Өфө фән һәм технологиялар университеты Белем көнөн ректор менән осрашыуҙан башланы

«Асыҡ диалог» форматында үткән сараға юғары уҡыу йортона олимпиада һөҙөмтәләренә ярашлы, берҙәм дәүләт имтихандарында 100 балл йыйып, йәки«Ростех ҡанаттары«маҡсатлы программаһына ярашлы уҡырға ингән студенттар саҡырылды. Яңы уҡыу йылына Өфө фән һәм технологиялар университеты 14 мең 100 студентты ҡабул иткән. Уларҙың 40-ы төрлө кимәлдәге олимпиада еңеүсеһе булһа, 11 кеше Берҙәм дәүләт имтихандарында 100 балл йыйған. Шулай уҡ 48 егет һәм ҡыҙ«Ростех ҡанаттары«программаһына ярашлы белем аласаҡ. Быйыл абитуриенттар башлыса «Информатика һәм иҫәпләү техникаһы», «Психология», «Көнсығыш ғилеме һәм африканистика» менән «Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр» йүнәлештәренә өҫтөнлөк биргән.

Беренсе курҡа ҡабул ителгән студенттар вуз ректоры Вадим Захаров, Йәштәр сәйәсәте министры Вито Сабиров һәм «Сбербанк» тың Башҡортостан бүлексәһе идарасыһы Азамат Сәлиховҡа үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе. Сарала ҡатнашыусыларҙы республиканың фәнни-мәғариф потенциалы, үҙ-үҙеңде үҫтереү, мөһим төбәк һәм федераль проекттарҙа ҡатнашыу мөмкинлектәре менән таныштырҙылар.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ