Республикала МХО-ға ярҙам итеү буйынса ирекмәндәр төркөмдәре һәр ауыл һәм ҡалала ойошторола

Республикала махсус хәрби операцияға ярҙам итеү буйынса ирекмәндәр төркөмдәре һәр ауыл һәм ҡалала ойошторола. Ошо көндәрҙә Туймазы районы Тимер ауылы ирекмәндәренең «Маскита» төркөмө ойошторолоуға бер йыл тулды.

Ойошманың исеме үҙе үк Тимер ҡатын -ҡыҙҙарының төп шөғөлө тураһында әйтеп тора. Маскировка селтәрҙәре үреүҙән тыш, ауылдаштар яугир посылкаларына тәм-том, гигиена кәрәк-яраҡтары, уҡыусыларҙан хаттар һәм доғалар ҙа оҙата. Төркөмгә 47 йәштән 70 йәшкә тиклемге ҡатын-ҡыҙҙар тупланған. Уларға бинаны ошо ауылда тыуып үҫкән яҡташтары биргән. Хужа яғыулыҡ һәм электр энергияһы сығымдарын үҙе түләй.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ