Марафонда теләгән һәр кем ҡатнаша алды. 3 һәм 5 километр арауыҡтағы дистанцияларға еңел атлетиканы үҙ иткән 1500 кеше сыҡты. Яңы проект Рәсәйҙең 4 төбәгендә уҙып өлгөргән. Унда ҡатнашыу бушлай. ЗОБЕГҡа ҡушылырға теләүселәр теркәү үтеп старт номерҙары алырға, спорт формаһын тикшерергә һәм хәленән килгән дистанцияны һайларға тейеш булған.



