Белем көнөндә Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәрендә, шул иҫәптән Башҡортостанда берәмләп сауҙа итеү магазиндарында алкоголь һатыу тыйылғайны. Сикләү балалар, ата-әсәләр һәм уҡытыусылар өсөн 1 сентябрҙә тыныс һәм хәүефһеҙ мөхит булдырыуҙы маҡсат итеп ҡуя.
Республика законына ярашлы, был талап алкоголь, шул иҫәптән һыра һәм алкоголь миҡдары түбән будған эсемлектәргә лә ҡағыла. Ләкин ҡайһы бер һатыусылар, был тыйыуға ҡарамаҫтан, спиртлы эсемлектәр һатырға тырышҡан. Мәҫәлән, Өфөнөң Һынаусылар урамы, 21-се йорт адресы буйынса урынлашҡан кибеттә һыра һатылған. Был күренеште «Халыҡ фронты»ның йәш активистары теркәгән. Улар «Хәүефһеҙ республика» проекты сиктәрендә контроль һатып алыуы үткәргән. Кибеттән паспорт та һрамайынса ике шешә һыра һатылған. Һөҙөмтәлә продукция һатыуҙан алынған, протокол төҙөлгән. Әле тикшереү бара.



