1 сентябрҙә Башҡортостан мәктәптәрендә хәрбиҙәрҙең балаларына айырым ҡотлау яңғыраны

Быйыл беренсе класҡа уҡырға барған 45 мең малай-ҡыҙҙың 1 мең 200-ҙән ашыуы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары. Уларҙың һәр ҡайһыһы яңы уҡыу йылы башланыуға арналған тантаналы линейкаларҙа айырым иғтибар менән уратып алынды.

Стәрлетамаҡ районы Октябрьское ауылында махсус хәрби операция яугирының улын беренсе класҡа район хакимиәте башлығы Рита Сәмиғуллина оҙатты. Был көндө район мәктәптрендә берене класҡа килгән малай-ҡыҙҙары ата-әсәләр, уҡытыусылар һәм өлкән класс уҡыусылары ҡотланы. Беренселәргә һәр кем мәктәп тормошоноң ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс булыуын, тик бишлегә генә уҡыуҙарын теләне.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ