Дәүләкән районы Суйынсы ауылында йәшәүселәр ташландыҡ мәҙәниәт йортона ҡарата борсолоу белдерә. Бер нисә йыл элек бина авария хәлендә булыуға бәйле, клубты ябыу тураһында ҡарар ҡабул ителгән. Урындағы халыҡ беҙҙең редакцияға мөрәжәғәт итеп, объекттың емерелеү ихтималлығын хәбәр иткәйне. Әле мәҙәниәт учреждениеһы элекке балалар баҡсаһы бинаһында эшләй. Күптәрҙе хәүефкә һалған мәсьәлә тураһында киләһе сюжетта.
Суйынсы ауылының элекке мәҙәниәт йортона инеү ҙә хәүефле. Түбәһе бына-бына ишелеп төшөр кеүек. Гүзәлиә Даянова билдәләүенсә, бинаның ҡыйығы сифатһыҙ ремонтланғанға күрә түшәмдә һыу йыйылған булған. Бина авария хәлендә тип танылып, 2018 йылда ябылған.
Ә ҡасандыр был объект бер нисә ауыл халҡы өсөн иң эре мәҙәниәт йорттарының береһе булған. Өс йөҙгә яҡын тамашасыны һыйҙыра алған залда йырсылар һәм ижади коллективтар даими сығыш яһаған. Әле клубтың элекке бинаһының ҡоймаһы юҡ. Шуға күрә урындағы халыҡ балалар өсөн дә борсола, бында улар йыш ҡына уйнарға инә. Элекке мәҙәниәт йортоноң киләсәге һәр кемде борсоуға һала, алты йыл элек мәҙәниәт министрлығына реконструкцияға заявка ла ебәрелгән булған.
Урындағы хакимиәт ауыл халҡы һорауы буйынса клуб өсөн яңы урын да тапҡын. Мәҙәниәт йорто буш торған элекке балалар баҡсаһы бинаһына күсерелгән. Унда капиталь ремонт эштәре башҡарыла. Ҡыйығы яңыртыла, пластик тәҙрәләр ҡуйыла, нигеҙе нығытыла. Бинаның яртыһын фельдшер-акушерлыҡ пункты биләгәнгә күрә, майҙаны ғына бәләкәйерәк. Суйынсы ауылында йәшәүселәр сәхнә ҡуйылыуын теләй.
Сәхнә булһа-биләмәгә концерт менән килгән эстрада йондоҙҙары, үҙешмәкәр коллективтар ҙа күберәк булыр ине тигән фекерҙә урындағы халыҡ. Мәҙәниәт йортоноң иҫке бинаһына килгәндә, уның киләсәге лә хәл ителгән. Чиновниктар хәүефле объектты кәртәләп, бикләргә ниәтләй.
Гөлназ Хәйбуллина




