Тәтешле районында яңы китапхана

«Роснефть» һәм республика араһындағы хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ярашлы «Башнефть» Үрге Тәтешлелә күләмле реконструкциянан һуң үҙәк район китапханаһын асты.

Бинаның тышҡы һәм эске яҡтары ремонтланған, йылытыу, электр һәм һыу менән тәьмин итеү системалары яңыртылған. Китапханала заманса күп функциялы зал һәм конференц-зал, «Әҙәби релакс-бүлмәһе», ижади оҫтахана, ял итеү зонаһы һәм фитобар булдырылған. Ҡунаҡтар өсөн бушлай интернет, компьютерҙар, төрлө цифрлы ҡорамалдар ҡуйылған: интерактив сенсор киоск, интерактив иҙән, өҫтәл һәм ҡом өйөмө, шулай уҡ виртуаль ысынбарлыҡ комплексы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаевҡа һәйкәл ҡуйылған. Фондта 30 меңдән ашыу китап бар.

“Роснефть” йәшәү өсөн уңайлы шарттар булдырыуға, мәҙәниәт һәм мәғарифты үҫтереүгә йүнәлтелгән башланғыстарҙа әүҙем ҡатнаша. Һуңғы биш йылда “Башнефть” Башҡортостанда 50-нән ашыу мәҙәниәт учреждениеһын төҙөнө һәм яңыртты. Уларҙың иң эреләре: Асҡын ауылында мәҙәниәт йорто, Бишбүләк районының Каменка ауылында социаль-мәҙәни үҙәк, Мишкә районының тарихи-мәҙәни үҙәге, Илеш районының Үрге Йәркәй ауылында кинотеатр, Ҡариҙел районының Ҡараяр ауылында күп функциялы ауыл мәҙәниәт йорто.

Фото №1 - Тәтешле районында яңы китапхана
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ