Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров видеоконференция режимында Рәсәй Хөкүмәтенең торлаҡ төҙөлөшө мәсьәләләре буйынса стратсессияһында ҡатнашты. Кәңәшмәне алып барыусы Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин белдереүенсә, киләһе йылдан льгота ставкалары булған ипотека программалары икенсел торлаҡҡа ҡарата ла ҡулланыласаҡ.
Әле торлаҡ баҙарында һорауҙың кәмеүенә бәйле, хәлде ыңғай яҡҡа үҙгәртеү өсөн яңы ҡарарҙар әҙерләнә. Тәү сиратта был банктарҙың ипотека биргәндә өҫтәмә комиссия алыуына ҡағыла. Әлеге ваҡытта төп кредит ойошмаларының барыһы ла был комиссияларҙы бөтөргән. Төҙөүселәр эшен дауам итә, кешеләр яңы торлаҡ һайлап ала алһын, «Тормош өсөн инфраструктура» милли проекты йөкләмәләрен тейешенсә үтәү ниәтендә ипотека программаларының лимиты ҙурайтылған. Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе шулай уҡ төҙөлөш секторындағы хәлде даими контролдә тотоу, тармаҡта быға тиклем тупланған потенциалды юғалтмау мөһимлеген билдәләне. 2030 йылға тиклем илдә 660 миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡ файҙалануға тапшырыу, авария хәлендәге 6, 2 миллион квадрат метр торлаҡтан күсереү бурысы тороуын иҫкә төшөрҙө.
Алдараҡ хәбәр ителеүенсә, Башҡортостанда йылдың 7 айында 12,2 мең квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған. Шул иҫәптән шәхси торлаҡ төҙөлөшөнә 85,6 процент тура килә. Торлаҡ йорттар сафҡа индереү буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында 2-се урынды биләй.



