Былтыр Благовещен районында Ozon логистика үҙәге файҙаланыуға тапшырылһа, әле «Вайлдберриз» халыҡ-ара компанияһы менән «Сбер» экосистемаһы төҙөгән тағы ике логистика комплексында эш бара. Был турала Башҡортостан башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә яҙған.
Беҙ үҙ сиратыбыҙҙа инвесторҙарға был проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итәбеҙ. Төбәк закондарына төҙәтеүҙәр индерәбеҙ. «Логистика паркы» төшөнсәһен булдырып, объекттарҙың идарасы компаниялары һәм резиденттары өсөн ярҙам сараларын әҙерләйбеҙ, тип белдергән Радий Хәбиров үҙенең яҙмаһында.
Электрон сауҙа йылдам үҫешә. Ул Башҡортостанда һуңғы алты йылда 1,6 миллиардтан 29 миллиард һумға тиклем артҡан. Әйткәндәй, яңы логистика комплекстары һатып алыусылар өсөн тапшырыу ваҡытын ҡыҫҡартып ҡына ҡалмай, тауар етештереүселәргә лә ярҙам күрһәтә. Бөгөн Ozon менән 9,5 мең эшҡыуар хеҙмәттәшлек итә. уларҙың 90 проценты бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ҡарай. Быйыл уларҙың беренсе ярты йыллыҡта платформалағы әйләнеше 45 процентҡа артҡан. Беҙҙең эшҡыуарҙарға ярҙам булған тағы ла бер нәмә-ҙур платформаларҙа булған «Башҡортостанда эшләнгән тауарҙар»ға арналған төбәк витриналары. Улар республика тауарҙарын бөтә илгә танытыуға булышлыҡ итә.



