130 һунарсыға айыу ауларға рөхсәт бирелде. Бөгөн Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында ҡырағай йәнлектәргә һунар итеү өсөн йәрәбә ойошторолдо. Быйыл ул тәүге тапҡыр электрон рәүештә, махсус программа ярҙамында уҙғарылды. Әйткәндәй, һуңғы йылдарҙа айыуҙарҙың кешеләр янына сығыу осраҡтары арта. Теманың дауамы БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова яҙмаһында.
Был кадрҙар Бөрө районының Түбәнге Ласынтау ауылы эргәһендә төшөрөлгән. Айыу менән осрашҡан ике балыҡсы йәшен тиҙелегендә икеһе ике яҡҡа ҡасып йәшенә. Һөҙөмтәлә бер-береһен юғалтҡан ир-егеттәрҙе ҡотҡарырға Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы хеҙмәткәре килә.
Балыҡсыларҙың береһе йылғаға төшөп йәшенә. Ныҡ ҡурҡҡан һәм өшөгән ир ярҙан алыҫ киткәнгә күрә үҙаллы сыға алмай, 3 сәғәт тирәһе һыу эсендә ҡала.
30 август Красный Ключ ауылы эргәһенән алыҫ түгел айыу балаһы табыла. Хәлһеҙ һәм ҡыбырҙай алмаған хайуан ҡаянан ҡолаған тигән фараз йөрөй. Әммә экспертиза үлем сәбәбенә асыҡлыҡ индерә. Күп күләмдәге һынған урындары, шул иҫәптән умыртҡа һөйәге һәм башҡа зарарланыуҙар айыуҙың юл-транспорт ваҡиғаһында һәләк булғанын раҫлай.
Айыу менән көтөлмәгән осрашыу Әбйәлил районында ла теркәлгәйне.Ҡырағай йәнлек иртәнге сәғәт 4-тә Шәрип ауылынан 2 саҡрым алыҫлыҡта бер иргә һөжүм итә. Төрлө тән йәрәхәттәре менән ул ауыр хәлдә Белорет район дауаханаһына оҙатыла. Ғөмүмән, айыуҙарҙың кешегә һөжүм итеү осраҡтары юҡ түгел. Уларҙың һәр береһендә кешеләр яңғыҙ, тауышһыҙ, үҙҙәренең барлығын белдертмәйсә йөрөгән була, ти белгестәр. Тайыштабандарҙың популяцияһы ысынлап та арта. Әле республикала уларҙың иҫәбе 2 меңдән ашыу тип иҫәпләнә. Былтырғы йыл менән сағыштырғанда 60 башҡа күберәк.
Айыуҙар һанын көйләр өсөн йыл һайын 1 сентябрҙән алып ҡырағай хайуанға һунар миҙгеле асыла. Ул йыл аҙағына тиклем дауам итәсәк. Әммә айыу аулар өсөн лицензия һәм рәхсәт алыу-төп шарт. Был йәһәттән Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында айыу аулау өсөн йәрәбә ойошторолдо. Беренсе тапҡыр ул электрон форматта үтте. Йәрәбә тартыу өсөн республика һунарсыларынан 2 мең ғариза ҡабул ителгән, улар арыһында 130 рөхсәт ҡағыҙы уйнатылды.
Һунарсылыҡтан тыш, айыу менән осрашыу кеше өсөн бәхетһеҙ тамамланыуы ихтимал. Белгестәр урманда тауышланып йөрөргә кәңәш итә. Бынан тыш, тәбиғәттә сүп-сар, аҙыҡ ҡалдыҡтарын ҡалдырмаҫҡа кәрәк. Юғиһә, кеше ҡалдырған ризыҡты тағы бер тапҡыр табыу теләге менән тайыштабандарҙың көтөлмәгән ҡунаҡҡа әйләнеүе ихтимал.
Әлфинә Килдейәрова



