Иҫкәртеү сараларына ҡарамаҫтан, селтәрҙәр туҙған-был йылылыҡ менән тәьмин итеү сифатына йоғонто яһай һәм юғалтыуҙарҙы арттыра. Бынан тыш, торбалар йылытыу миҙгелендә сафтан сығыуы ихтимал. Ремонт 30 сентябргә тиклем дауам итәсәк. Магистраль 8 меңдән ашыу кешене, шулай уҡ өс балалар баҡсаһын, бер мәктәпте, ике дауалау учреждениеһын, сәнәғәт предприятиеларын һәм ойошмаларын йылы менән тәьмин итәсәк. Ремонт ваҡытында ҡайнар һыу һүндерелмәгән, ул күрше участканан бирелә.



