Өфө фән һәм технологиялар университетының урта һөнәри белем биреү институтына ҡабул ителгән 355 абитуриенттың 192-е маҡсатлы уҡытыуҙы һайлаған. Эре сәнәғәт менән төҙөлгән килешеүҙәр буйынса улар бер юлы биш һөнәр үҙләштерә ала, шулай уҡ юғары стипендияға дәғүә итә. Уҡыу йортонда студенттар өсөн булдырылған мөмкинлектәр тураһында БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.
Металл изделиеларҙы эшкәртеүҙә айырым оҫталыҡ талап ителә. Өфө фән һәм технология университеты студенттары ҡырыу станогын үҙләштерә. «Авиация двигателдәрен етештереү» йүнәлеше буйынса 2-се курста белем алған Ирхан Рәхимов техник ҡулайлама менән яҡшы таныш, уҙған уҡыу йылында ул ун аҙна дауамында Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә практика үткән. Маҡсатлы уҡытыу буйынса төҙөлгән килешеү буйынса быйыл сентябрҙә тағы ла өс аҙна практика көтөлә.
Квалификациялы эшсе кадрҙарға, инженерҙарға бөгөн ихтыяж юғары. Уҡыу йортонда контроль ҡабул итеү һандары ла быйыл күберәк булған, бюджет урындар 355-кә еткән. Институт базаһында авиатөҙөлөш кластеры өсөн кадрҙар әҙерләү буйынса үҙәк ойошторолоуы иһә предприятиелар менән эште нығытҡан. Республиканың дүрт ҙур компанияһы абитуриенттар менән маҡсатлы килешеү төҙөп, үҙҙәренең производство майҙансыҡтарында уларға практика, стажировка үтеү, артабан эшкә урынлашыу мөмкинлеге бирә.
Бөгөн институтта 800-гә яҡын студент маҡсатлы килешеү буйынса белем ала. Уҡыуҙы тамамлау менән улар республика предприятиеларын тулыландырасаҡ.
Былтыр Өфө фән һәм технологиялар университетының урта һөнәри белем биреү институтында «Профессионалитет» федераль проекты буйынса яңы уҡытыу-производство майҙансығы, 9 лаборатория асылған, уҡыу йорто яңы техник ҡорамалдар, станоктар менән йыһазландырыла. Шулай партнер булған предприятиелар бинаны төҙөкләндереүгә 40 миллион һумдан ашыу финанс ярҙам күрһәткән.
Предприятиеларҙа остазлыҡ эше лә алып барыла, йәштәр менән тәжрибәле белгестәр шөғөлләнә. Шулай хеҙмәт урыны менән тәьмин ителгән осраҡта, торлаҡ мәсьәләһен хәл итеүҙә лә ярҙам күрһәтелә.
Республиканың сәнәғәт предприятиеларында мәктәп уҡыусылары, студенттар өсөн экскурсиялар ҙа ойошторола, асыҡ ишектәр көнө үтә. Белгестәр йәш быуынды хеҙмәт баҙарында ихтыяж менән файҙаланылған эшсе һөнәрҙәр менән таныштырып, профориентация эшен уңышлы алып бара.
Гөлназ Хәйбуллина



