Рәсәйҙә торлаҡ баҙарында хәлде яҡшыртыу буйынса саралар күрелә

Был турала ил хөкүмәтенең стратегик сессияһында белдерелде. Унда видеоэлемтә аша Радий Хәбиров ҡатнашты. Премьер-министр Михаил Мишустин әйтеүенсә, торлаҡ  төҙөлөшөндә  даими контроль булырға  тейеш.  2030 йылға кәмендә  660 миллион  квадрат метр торлаҡ  төҙөү маҡсаты  ҡуйыла.  Үҙәк банк менән кредиттар буйынса процент ставкаһын субсидиялау тураһында проект әҙерләнгән. Был бәләкәй ҡалаларҙа хәлде яҡшыртырға тейеш. Башҡортостанда быйыл 12 мең 200 фатир файҙаланыуға тапшырылған, тип хәбәр итәләр Республика  Башлығының  матбуғат хеҙмәтенән.

Фото №1 - Рәсәйҙә торлаҡ баҙарында хәлде яҡшыртыу буйынса саралар күрелә
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ