Республика парламенты көҙгө сессияла 30-ҙан ашыу закон проектын ҡараясаҡ

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, тәү сиратта төбәк ҡануниәтен федераль нормаларға яраҡлаштырыу бурысы тора. Шулай уҡ киләһе йылға бюджет тураһында закон әҙерләнә. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам мәсьәләләренә айырыуса иғтибар була. Көҙгө сессия барышында һыу буйҙарында хәүефһеҙлек, хәрби операция ветерандарына ярҙам, сәнәғәт сәйәсәте буйынса парламент тыңлауҙары ҡаралған. Тәүге  пленар ултырыш  25 сентябргә  тәғәйенләнгән.

Фото №1 - Республика парламенты көҙгө сессияла 30-ҙан ашыу закон проектын ҡараясаҡ
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ