Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам саралары менән дәүләт хеҙмәттәре порталында танышырға мөмкин. Был турала Һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин белдерҙе. Мәғлүмәт 6 өлөшкә бүленгән. -Документтар юллау, ярҙам саралары, яугирҙарҙың ғаилә ағзалары, психологик ярҙам, хәрбиҙәрҙең балалары, мәғариф ташламалары тигән йүнәлештәр буйынса белешмә алырға була, тине министр. Шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн кире бәйләнеш мөмкинлеге бар. Был иһә электрон хеҙмәтләндереү сифатын күпкә яҡшырта.




