Октябрьский ҡалаһынан Татьяна Абрамова балалар баҡсаларын аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү комбинатын етәкләй. Уның еңеүе тураһында социаль селтәрҙә Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Азат Асҡаров яҙып сыҡты. Татьяна Абрамова кастингта ғөбәҙиә, сәк-сәк, бауырһаҡ һәм урама тәҡдим иткән. - Беҙҙең ашнаҡсылар, республика аш-һыуы менән ғорурланабыҙ, - ти министр. "Шефтар алышы" тамашаһы "Пятница" телеканалында бара.




