Документ юл буйы сервисын һәм ҡулланыусылар баҙарын үҫтереүгә ҡағыла. Проекттарҙы тормошҡа ашырыу республика халҡының йәшәү сифатын яҡшыртыуға, яңы эш урындары булдырыуға ярҙам итә. Форум бөгөндән 6 сентябргә тиклем Сибай ҡалаһында уҙа. Унда илдең ундан ашыу төбәгенән, Кувейт, Иран, Көньяҡ Африка, Ҡытай, Төркиә, Берләшкән Ғәрәп әмирлектәре, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан вәкилдәре ҡатнашыуы көтөлә.




