Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары эшкә тотона. Йәйге каникулдан һуң тәүге кәңәшмәлә парламент спикеры Константин Толкачёв эш планы менән уртаҡлашып, көҙгө сессияға бурыстарҙы билдәләне. Закон сығарыусыларҙы төбәктә уңайлы инвестиция климаты булдырыу буйынса тәҡдимдәр өҫтөндә эшләү, ҡарауһыҙ ҡалған хайуандар мәсьәләһендә мәрхәмәтлелеккә ирешеү, шулай уҡ республика халҡын социаль яҡлау сараларын киңәйтеү йүнәлешендә эшмәкәрлек көтә. Депутаттар төбәк һәм федераль ҡануниәтте артабан камиллаштырыуҙы ла дауам итмәксе. Уҙған сессия һөҙөмтәләре буйынса депутаттар Дәүләт Думаһына 12 закон сығарыу тәҡдиме ебәргән. Ике башланғыс федераль кимәлдә хупланған.



