Республика аграрийҙары шәкәр сөгөлдөрө баҫыуҙарына сыҡты

Әле дөйөм майҙандарҙың 4 проценты, йәғни ике мең гектарға яҡын баҫыуҙа татлы тамыр ҡаҙып алынған. Бер үк ваҡытта Башҡортостандың ике шәкәр заводында ла эш йәнләнде. Был турала кисә үткән оператив кәңәшмәлә Республика Хөкүмәте Премьер-министпы урынбаҫары- ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдергәйне. Беҙҙең ижади төркөм Шишмә шәкәр заводында булып, быйылғы уңыш, етештереү ҡеүәттәре менән ҡыҙыҡһынды. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова репортажы.

Сөгөлдөр ҡабул итеү пункты татлы тамырҙың таҙалығын, шәкәр миҡдарын һәм башҡа төрлө параметрҙарын тикшерә. Артабан йәшелсә категорияларға бүленеп эшкәртеү пунктына оҙатыла. Һыу-транспорт ролен үтәй. Канау буйлап шәкәр сөгөлдөрө йыуыу цехына ағыҙыла.

Сөгөлдөр ҡабул итеү пункты үҙ ишектәрен 23 августа асты. Әлеге ваҡытҡа 40 тонна шәкәр сөгөлдөрөн ҡабул иткәнбеҙ. Татлы тамырҙың шәкәр кимәле былтырғыса-15 процент тирәһе. Үҙебеҙҙең сеймалды иҫәпкә алып, 1 миллион тоннанан ашыу сөгөлдөрҙө эшкәртергә планлаштырабыҙ.

Ринат Килдеғолов, Шишмә шәкәр заводы генераль директоры урынбаҫары

Цехҡа оҙатылған шәкәр сөгөлдөрө ике йыл элек сафҡа ингән йыуыу комплексы аша үтә. Элекке ҡоролмаларҙы алмаштырған заманса аппарат Шишмә шәкәр заводының етештереү ҡеүәтен тағы ла арттырырға, ә хеҙмәткәрҙәр өсөн уңайлы эш шарттары тыуҙырырға мөмкинлек биргән. Сеймал әлеге ваҡытта Шишмә, Благовар, Дәүләкән, Шаран, Илеш, Бүздәк райондарынан һәм Ырымбур өлкәһенән килтерелә. Йәғни, шәкәр заводы менән килешеү төҙөгән 34 фермер хужалыҡтарының 11-е баҫыуға төшөп, уңыш йыя башлаған.

Киләһе этапта шәкәр сөгөлдөрө ваҡ итеп турала, унан һуң диффузия процессы башлана, йәғни ҡайнар һыу ярҙамында шәкәр сығарыла. Заводта 30-40 градус эҫе. Хеҙмәткәрҙәр процесты айырым кабиналарҙан күҙәтә.

йылдан-йыл процес автоматлаштырыла, эшселәр өсөн уңайлы шарттар булдырыла. Былтыр ҙур эш башҡарылды-йыуыу бүлеген реконструкцияланыҡ. Быйыл ағымдағы ремонттан тыш, транспорт таҫмаһы тулыһынса алмаштырылды.

Рафиҡ Байбурин, Шишмә шәкәр заводының техник директоры урынбаҫары

Әйткәндәй, 6 мең тонна сөгөлдөрҙән 900 тонна шәкәр сыға. Яңыртыу кисергән предприятие ышаныслы аҙымдар менән юғары күрһәткестәргә сыға. Ошо көндәрҙә Шишмә шәкәр заводы Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында «Йыл экспортеры» конкурсының 2-се һәм 3-сө урындарын яулаған. Башҡортостанда етештерелгән шәкәр ҡомо Ҡытай, Көньяҡ Корея, Ҡаҙағстан һәм Үзбәкстанға оҙатыла.

Ике шәкәр заводы ла был тиклем иртә эшкә сыҡҡаны булманы. Шәкәр сөгөлдөрөнөң уңышы яҡшы булыр, гектарына яҡынса 500 центнер татлы тамыр йыйып алырбыҙ, тип күҙаллайбыҙ. Заводтар 15 ғинуарға тиклем тулы ҡеүәттә эшләйәсәк.

Илшат Фәзрахманов, Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары-ауыл хужалығы министры
Башбат

Әле дөйөм майҙандарҙың 4 проценты, йәғни ике мең гектарға яҡын баҫыуҙа татлы тамыр ҡаҙып алынған. Аграрийҙар әйтеүенсә, һауа торошо яҡшы булһа-уңыш та мул булыр.

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ