Иҫегеҙҙә тотоғоҙ һәм иҫкәртегеҙ. «Торатау» конгресс-холының ултырыштар залында террорға ҡаршы көрәштә теләктәшлек көнөнә арналған түңәрәк өҫтәл үтте. Осрашыу Японияның капитуляцияһы тураһындағы актҡа ҡул ҡуйылыуҙың 80 йыллығына,икенсе донъя һуғышы тамамланыуына һәм Буденовскиҙа теракттың 30 йыллығына ла арналды.
Сара йыл һайын үткәрелә. Был юлы түңәрәк өҫтәл мәғлүмәт һуғыштары шарттарында экстремизм һәм терроризм идеологияһын тикшереүгә, тарихи хәтер, патриотик тәрбиә нигеҙендә мәғлүмәт һәм йәмәғәт именлеген нығытыуға комплекслы алымдар эҙләүгә, власть, урындағы үҙидара органдарының эшен әүҙемләштереүгә йүнәлтелгән мәсьәләләргә арналды. Осрашыуҙа федераль һәм төбәк эксперттары, Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса советтың эксперт комиссияһы, Рәсәй тарихи йәмғиәте һәм республиканың хәрби фәндәр академияһы ағзалары ҡатнашты
Түңәрәк өҫтәл программаһы сиктәрендә Башҡортостан Милли, Республика Хәрби Дан музейҙарының күсмә һәм Башҡортостан милли китапханаһының китап күргәҙмәләре ойошторолдо. Улар махсус хәрби операция яугирҙАрына,террорға ҡаршы көрәшкә, Алыҫ Көнсығыштағы Еңеүгә, Рәсәй Геройы Генерал Шайморатовҡа арналды. Сара йомғаҡтары буйынса түңәрәк өҫтәл материалдары йыйынтығы нәшер ителәсәк.



