Тәүге күсмә модуль Президент гранты фонды ярҙамында 2024 йылдың ноябрендә етештерелгән. Ошо осорҙа ике йөҙҙән ашыу пациентҡа, шул иҫәптән махсус хәрби операция ветерандарына һауыҡтырыу-реабилитация хеҙмәте күрһәтелгән. Комплекста хәрәкәт итеү мөмкинлеген тергеҙеү өсөн тренажерҙар урынлаштырылған. Ул көнөнә 25-тән ашыу кешене хеҙмәтләндерә ала.




