Күләмле иҡтисади проекттарға нигеҙ һалған сара етенсе тапҡыр меңдәрсә кешене берләштерҙе. Форумда Рәсәйҙең тиҫтәнән ашыу төбәге, Кувейт, Иран, Көньяҡ Африка, Ҡытай, Төркиә, Берләшкән ғәрәп әмирлектәре, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан делегациялары ҡатнаша. «Урал аръяғы» инвестиция һабантуйының быйыл төп темаһы -Рәсәйҙә яңы иҡтисади үҫеш үҙәктәре.
«Тормош өсөн инфраструктура» милли проектына ярашлы, 2036 йылға тораҡ пункттарҙа йәшәү сифаты 30 процентҡа яҡшырырға тейеш. Был социаль, торлаҡ-коммуналь һәм транспорт инфраструктураһын камиллаштырыуҙы күҙ уңында тота. Форумда бизнес һәм власть органдарын берләштергән иң яҡшы тәжрибәләр презентацияһы ойошторола. Инвестиция һабантуйы ике көнгә иҫәпләнгән. Иртәгә форумдың төп өлөшөндә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән Стратегик башланғыстар агентлығы директоры Светлана Чупшеваның ҡатнашыуы ла көтөлә.



