Өфөлә Ватанды һаҡлаусылар Кубогында еңеү яулаған спортсыларҙы бүләкләнеләр

Өфөлә Ватанды һаҡлаусылар Кубогында уңышлы сығыш яһаған Башҡортостан йыйылма командаһын бүләкләү тантанаһы үтте. Дзержинский ҡалаһында уҙған ярышта илдең 14 субъектынан 130 махсус хәрби операция ветераны ҡатнашҡан. Ир-егеттәр волейбол, атыу, пауэрлифтинг, бысаҡ ырғытыу һәм өҫтәл теннисы буйынса көс һынашҡан. Яҡташтарыбыҙ өс алтын миҙал яулаған. Ултырып уйнаған волейбол командаһы көмөш миҙалға лайыҡ булған. Команданың остазы булып дүрт тапҡыр паралимпия чемпионы Ирек Зарипов сығыш яһаған. Спортсыларҙы «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалы һәм төбәк властары вәкилдәре ҡотлап, ҡатнашыусыларҙың физик һәм рухи көскә эйә булыуын билдәләне.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ