Махсус хәрби операция ветерандары Алексей Савельев һәм Антон Гаврилов Республика менән идара итеү үҙәгендә халыҡ мөрәжәттәре менән эшләү нескәлектәрен өйрәнде. Стажировканан һуң проектта ҡатнашыусыларҙың һәр береһенә карьера үҫеше буйынса тәҡдимдәр әйтелә. "Башҡортостан геройҙары" программаһы быйыл февралдә старт алды. Уға ярашлы, ветерандар дәүләт органдарына, ҙур компанияларға эшкә йәлеп ителә.




