Унда онлайн һәм офлайн ҡатнашырға була. Сентябрь аҙағына тиклем агродиктант нөктә рф сайтында теркәлергә мөмкин. Вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, сара - аграр мәсьәләләр буйынса белемен камиллаштырырға теләүселәр өсөн ҙур мөмкинлек. Бында тармаҡ белгестәре, фермерҙар, студенттар, ауыл хужалығы менән ҡыҙыҡһынған һәр кем ҡатнаша ала. Тупраҡ эшкәртеү, баҫыусылыҡ, балыҡсылыҡ, аҙыҡ-түлек сәнәғәте, экспорт, ауыл хужалығы техникаһы һәм башҡа өлкәләр буйынса 30 һорау әҙерләнгән. Башҡортостанда агродиктант яҙыу өсөн 200-ҙән урын булдырыла.




