Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ҡануниәткә төҙәтмәләр әҙерләгән. Спикер Константин Толкачев белдереүенсә, бөгөн өлкәндәрҙе, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларҙы яҡлау буйынса төрлө саралар күрелә. Күп функциялы үҙәктәрҙә сиратһыҙ ҡабул итеү хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртырға тейеш. Башҡортостанда бала сағы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына тура килгән 113 меңдән ашыу кеше бар. Был категорияға 1927 йылдың 22 июненән 1945 йылдың 3 сентябренә тиклем тыуғандар инә.




