Өфөлә 7 сентябрҙә “Геоһынау” халыҡ-ара чемпионаты башлана. Унда 40-ҡа яҡын команда көс һынаша. Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Белоруссия, Алжир һәм тағы ла ундан ашыу илдән ҡатнашыусылар көтөлә. Аҙна дауамында геология буйынса ярыштар, конкурстар, мәҙәни һәм спорт саралары, экскурсия, семинар һәм оҫталыҡ дәрестәре ойошторола. Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы 17 сентбярҙә була.




