Башҡортостандың өс белем биреү учреждениеһы «Иң яҡшы мәктәп ашханаһы» Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнаша

Башҡортостандың өс белем биреү учреждениеһы «Иң яҡшы мәктәп ашханаһы» Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнаша. Төбәк этабын уңышлы үткән Стәрлетамаҡтың 29-сы, Өфө районы Булгаков ауылының «Ҡанатлан» мәктәбе, шулай уҡ Өфөнөң 115-се гимназияһы Башҡортостан данын яҡлаясаҡ. Республика уҡыусыларының туҡланыуы тураһында БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

Дәрес дәрес менән, ә төшкө аш расписаниеға ярашлы. Башланғыс синыф уҡыусыларының төшкө аш мәленә 20 минут ваҡыт бирелә. Бөгөнгө менюла-борщ, тауыҡ кәтлите менән ҡарабойҙай бутҡаһы, сәй һәм икмәк. Бөтә ризыҡтарҙың энергия ҡиммәте-700 килокалорий тәшкил итә. Мәктәп уҡыусыһы өсөн ул, шартлы рәүештә әйткәндә, киске сәғәт биш-алтыға тиклем етәсәк.

115-се гимназияла бөтә ризыҡ тик парҙа ғына бешерелә. Ун көнлөк меню табип-диетолог тарафынан төҙөлгән. Төшкө аштың тәмле булыуын буш тәрилкәләрҙән күрергә мөмкин.

Уҡыусыға йәшелсә, емеш-еләк, аҡһым, углевод һәм башҡа кәрәкле туҡлыҡлы матдәләрҙән торған төрлө ризыҡтар тәҡдим ителергә тейеш. Йәғни, үҫеш өсөн кәрәкле витаминдар һәм минералдар булыуы мотлаҡ. Әле республикала 23 туҡланыу ойоштороусы эшләй, ҡайһы бер белем усаҡтары туҡланыу операторҙарына мөрәжәғәт итмәй, ашарға үҙҙәрендә бешереләр. Башланғыс синыфтар һәм төрлө льготаларға эйә булған балалар бушлай ашатыла. Мәктәптәрҙә туҡланыуҙы ойоштороу дәүләт һәм ата-әсәләр тарафынан да етди күҙәтеүгә алынған.

Быйыл яҙ Өфөлә «Иң яҡшы ашхана» республика конкурсы үткәйне. Өс номинацияла-баш ҡаланың 115-се гимназияһы, Өфө районы Булгаков ауылының «Ҡанатлан» һәм Стәрлетамаҡтың 29-сы мәктәбе еңеү яуланы. Яҡын арала ошо белем усаҡтырының ашнаҡсылар командаһы Волгоградта үтәсәк Бөтә Рәсәй конкурсында Башҡортостан данын яҡлаясаҡ.

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ