Өфөлә тәбиғәт ҡомартҡылары тураһында ғилми форум үтте

Өфө «Айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләренең төбәктең экологик тотороҡлоғона индергән өлөшө» Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһын ҡабул итте. Сит ил вәкилдәре ҡатнашлығында үткән форум Башҡорт дәүләт ҡурсаулығының 95 йыллығына ла арнала.

Быуатҡа яҡын дәүер эсендә ҡурсаулыҡ тарафынан бик күп асыштар һәм күҙәтеүҙәр яһалған, төрлө тикшеренеүҙәр үткәрелгән. Ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре юғары әҙерлекле белгестәр. Тәбиғәтте өйрәнеү, һаҡлап ҡалыу, башҡаларға еткереү улар иңендә.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ