Сарала юғары һәм урта махсус белем биреү уҡыу йорттарынан 5 меңләп егет-ҡыҙ ҡатнашты. Йәштәрҙе тормоштағы яңы статустары менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне. Төбәк етәксеһе үҙенең студент йылдарындағы хәтирәләре менән уртаҡлашып, рәсми рәүештә үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫҡан йәштәргә фәтиха һүҙҙәрен еткерҙе. Беренсе курсҡа уҡырға инеүселәр араһынан Берҙәм дәүләт имтиханында 100 балл йыйыуға өлгәшкән өс кеше студент билеттарын республика етәксеһе ҡулынан алды.
Студент тормошона ҡабул итеү тантанаһы тәүгә күләмле форматта Өфө Көрәш һарайы амфитеатрында уҙҙы. Республика юғары уҡыу йорттарын һайлаусылар араһында сит төбәктәрҙән килеүселәр ҙә, тыуған ерендә ҡалыусылар ҙа бар. Уларҙың береһе лә был ҡарары өсөн үкенмәй.
Башҡортостан Башлығы белдереүенсә, республикала йәштәргә белем алыу өсөн ҡеүәтле база булдырылған. Колледждарҙа дөйөм ятаҡтар һәм уҡыу корпустары яңыртыла. Бына тыш, вуз-ара кампус резиденттары олимпиадалар еңеүселәре һәм 100 балл йыйыусылар өсөн арттырылған стипендиялар тәғәйенләгән. Иҫтәлекле көндө студенттар өс тапҡыр Алға һүҙен ҡабатлап, яңы тормошҡа аяҡ баҫты. Республикала юғары һәм урта һөнәри белем биреү тармағы тураһында хәстәрлек студенттарҙың уй-маҡсаттарына ысынлап та яуап бирә.




