Сибай инвестиция һабантуйында Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров бизнес берләшмәһе менән осрашты. «Йәштәр һәм бизнес» темаһына бағышланған осрашыуҙа яҡтар республикала урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү, дәүләт ярҙамы сараларын киңәйтеү, бизнес асыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу мәсьәләләрен ҡараны. Тәжрибәле эшҡыуарҙар йәш бизнесмендарға эшлекле кәңәштәр биреп, дәүләт менән хеҙмәттәшлек мөһимлеген билдәләне. Башҡортостанда үҙмәшғүлдәр һәм эшҡыуарҙар һаны арта. Төбәктә иҫәпләнгән 155 мең эшҡыуарға ярҙам итеү өсөн гранттар һәм субсидиялар бүленә, бизнес-шерифтар институты эшләй



