Баймаҡ районында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ир-егеттәргә ярҙам итеү маҡсатында алып барылған эш туҡтамай. Был юлы Ишмырҙа ауылы уңғандары яугирҙарға ҡаҡ ҡойҙо. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Баймаҡ районының «Беҙ бергә» ирекмәндәр төркөмө етәксеһе Лилиә Таҡаеваның башланғысы менән ауылдарҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә ярҙам күрһәтеү маҡсатында оҫталыҡ дәрестәре үтә, гуманитар ярҙам әҙерләү көндәре ойошторола. Был юлы ул Ишмырҙа ауылында йәшәүсе оҫта баҡсасы Рәйфә Яҡшығолова ихатаһында үтте.
Быйылғы йәй мул емеш-еләге менән һөйөндөрҙө. Шунан файҙаланып Ишмырҙа ауылы хужабикәләре махсус хәрби операцияла йөрөгән яҡташтарына башҡорт халҡының татлы ризығын ебәреүҙе маҡсат итеп ҡуйҙы. Урамдағы усаҡта алма бешереп, уны иләк аша үткәреп, таҡталарға иҙмәне йәйеп яугирҙәргә төрлө тәмле, тиҙ иҫкермәй, туҡлыҡлы, организм өсөн дә бик файҙалы ҡаҡ ҡойҙо.
Аш-һыуға маһир Зөлфиә Солтанғолова райондың иң оҫта ҡаҡ ҡойоусыһы. Бына инде ул 35 йыл ошо эш менән шөғөлләнә. Шуға күрә ул ауылдың уңған инәй-апайҙары, еңгәй-килендәренә оҫталыҡ дәресе күрһәтте.
Ишмырҙаның тырыш ҡатын-ҡыҙҙары бөтә күңел йылыһын һалып махсус хәрби операциялағы егеттәренә татлы күстәнәс әҙерләне. Был берҙәмлек рухының һәм милли именлек тураһында хәстәрлектең ысын өлгөһө.
Рүзилә Ғүмәрова



