Грипп һәм респиратор инфекция ауырыуҙарын иҫкәртеп

Июль аҙағында Башҡортостанға грипҡа һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһына ҡаршы 505 мең самаһы доза вакцина алынған. Республикала 2 миллион 438 мең кешегә, шул иҫәптән 667 мең балаға киҙеүгә ҡаршы прививка яһау күҙаллана.

Вакцина тәү сиратта хәүеф төркөмөндәге балаларға, йөклө ҡатындарға һәм хроник ауырыу менән сирләгән 60 йәштән өлкәндәргә эшләнә. Медицина ойошмалары вакциналарҙың 40 процентын файҙаланған да инде. Киләһе киҙеү эпидемияһы сентябрь аҙағында көтөлә. Табиптар вакцинация-ауырыуҙы иҫкәртеүҙең иң һөҙөмтәле ысулы, тип билдәләй. Ул кешене ауыр эҙемтәләрҙән һаҡлай, пневмония хәүефен кәметә. Сентябрҙән ноябргә тиклемге арауыҡ вакцинация өсөн иң ҡулай ваҡыт.

Быйыл гриптың А, H-3,N-3,Н1,N1 һәм В төркөмөнә ҡараған штамдары көтөлә. Улар бөтәһе лә вакцина составына индерелгән. Былтыр федераль бюджеттан бүленгән сығымдарға 2 миллиондан ашыу кешегә вакцинация үткәрҙек. Предприятиелар иҫәбенә һәм граждандар сығымдарына өҫтәмә рәүештә ярты миллиондан ашыу кешегә вакцинация үтте.

Елена Шакирова, Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы етәксеһе урынбаҫары
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ