«Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» программаһы тағы ла 5 йылға оҙайтыла. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән 2020 йылда старт алған проект республикала ҙур ихтяыяж менән файҙалана. Ошо йылдар эсендә унда хаҡлы ялдағы 500 меңгә яҡын кеше ҡатнашҡан.
Зөлиә Вәлиева ғүмер буйы альпинизм менән шөғөлләнгән, тау-ҡаяларға үрмәләү уның яратҡан шөғөлө. Хаҡлы ялдағы ханым әле лә спорттан айырылмай. Һигеҙенсе тиҫтәһен ваҡлаған Зөлиә Ғәли ҡыҙы төрлө спорт ярыштарында ҡатнаша, призлы урындар яулай. Ул балаларында ла сәләмәт йәшәү рәүешенә һөйөү тәрбиәләгән. Зөлиә Вәлиева спорттан тыш, йырларға, бейергә ярата, «Заман» фольклор төркөмөндә шөғөлләнә. Зөлиә Ғәли ҡыҙы 2021 йылдан «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» программаһында ла әүҙем ҡтанаша. Хаҡлы ялдағылар менән бергә Беларусь республикаһына сәйәхәткә барып ҡайтҡан. Был сәфәр онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырҙы, оло йәштәгеләр өсөн ошондай шәп проект тормошҡа ашырылыуына ҡыуанып бөтә алмайым, ти ул.
«Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» программаһы «Демография» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Ул оло йәштәгеләрҙең ваҡытын файҙалы итеп уҙғарыуҙы, яңы, иҫтәлекле урындар менән таныштырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Хаҡлы ялдағылар проекттың 5 йылға оҙайтылыуын ҡыуанып ҡабул иткән, сөнки был программа буйынса ойошҡан рәүештә сәйәхәт итергә теләүселәр күп. «Заман» фольклор төркмөндә шөғөлләнеүселәр әйтеүенсә, улар Зөлиә Вәлиеваның һәр сәфәрен, тәьҫораттар менән уртаҡлашыуын көтөп ала.



