Бөгөн Сибайҙың 70 йыллығы билдәләнә

Ошо  уңайҙан ҡалала ҙур сәк-сәк бешерелгән. Милли ризыҡтың ауырлығы 980 килограмм, оҙонлоғо алты метрҙан ашыу. Сәк-сәкте 22 оҫта 15 көн дуамында әҙерләгән. Кондитерҙар әйтеүенсә, уға 6 мең ярым йомортҡа, 123 килограмм бал, 330 килограмм он киткән. Сибайҙың 70 йыллығы Инвестиция һабантуйы барышында үтә. Байрам саралары ҡаланың үҙәк майҙанында ойошторолған. Унда Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының Тынлы оркестры, танылған йырсылар Вәхит Хызыров, Әлфиә Юлсурина, Тимур Рамазанов, популяр башҡарыусы Заһир Зәйнетдинов, ҡурайсылар Артур Ғайсаров, Азат Биксурин сығыш яһай. Төп ҡунаҡ булараҡ AY YOLA фольклор төркөмө саҡырылған.

Фото №1 - Бөгөн Сибайҙың 70 йыллығы билдәләнә
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ