Уны "Стратус" тип атанылар. Был вирус "Омикрон"дың бер варианты. Башҡортостан ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәте етәксеһе урынбаҫары Елена Шакирова белдереүенсә, "Стратус"ты йоҡтороусылар сирҙе башлыса еңел үткәрә. Ҙур сикләүҙәр ҡаралмай, мотлаҡ битлек режимы ла булмаясаҡ, - тине белгес.




