Урал аръяғын үҫтереү буйынса айырым программа әҙерләнә

Сибайҙа инвестиция форумы барышында Башҡортостан хөкүмәте ултырышы үтте. Премьер-министр Андрей Назаров белдереүенсә, бөгөн Сибайға иғтибар ҙур, әммә тағы ла күберәк бүлергә кәрәк. Сөнки, Урал аръяғында Сибай Республика өсөн Өфө һымаҡ әһәмиәткә эйә. - Ул көньяҡ-көнсығыш райондар үҙәге булырға тейеш. Башҡортостан тап ошонан башланды. Бөгөнгө  тәҡдимдәрҙең барыһы буйынса айырым программа әҙерләнәсәк. Бер ай  ваҡыт бирелде.  Был эште  шәхсән контролгә алам  тине  Андрей  Назаров.

Фото №1 - Урал аръяғын үҫтереү буйынса айырым программа әҙерләнә
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ