Инвестиция һабантуйы: килешеүҙәр, яңы идеялар һәм халыҡ байрамы

100 млрд һумға килешеүҙәр һәм яңы иҡтисади проекттар. Сибайҙа Инвестиция һабантуйы сиктәрендә сәнәғәт, төҙөлөш, туризм, ауыл хужалығы тармаҡтарында күләмле проекттарға ҡул ҡуйылды. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров форумда ҡатнашыусы ҡунаҡтарҙы сәләмләп Инвестиция һабантуйының иҡтисади әһәмиәтен билдәләне. Күләмле сара сиктәрендә «Көньяҡ Урал һуҡмағы» туристик маршруты презентацияһы ойошторолдо. Сибай ҡалаһының 70 йыллыҡ юбилейы менән тура килгән форум бай йөкмәткеле мәҙәни программа менән тамамланды. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Туристар өсөн иҫтәлекле маршрут. Сибайҙа «Инвестиция һабантуйы» форумы сиктәрендә «Көньяҡ Урал һуҡмағы» проекты презентацияһы үтте. Маршрут авторы, блоггер Рәис Ғәбитов 1000 саҡрымға иҫәпләнгән туристик маршрут менән таныштырҙы.

Яҡтыкүлдән алып Силәбе өлкәһендәге Турғаяҡ күленә тиклем һуҙылған йәйәүлеләр һуҡмағы Стратегик башланғыстар агентлығының пилот проекты исемлегенә индерелгән.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Инвестиция һабантуйында социаль мөһим проекттарҙы тормошҡа ашырыусы эшҡыуарҙар менән осрашты. «Яңы быуындың көслө идеялары» форумында иң яҡшы авторҙар сығыш яһаны. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн кейем тегеүсе оҫталар, балалар йортонда эшҡыуарҙар мәктәбен ойоштороусылар, инвалидтар өсөн юғары комфортлы коляскалар етештереүсе компания вәкилдәре эшмәкерлеге билдәләнде.

Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйына тиҫтәләрсә сит ил вәкиле йыйылды. Форум Кувейт, Иран, Көньяҡ Африка, Ҡытай, Төркиә, Берләшкән ғәрәп әмирлектәре, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан делегацияларын берләштерҙе. Эшлекле сараның пленар өлөшө төбәктәрҙә иҡтисади үҫеш үҙәктәрен үҫтереү һорауҙарына бағышланды.Ил өсөн һынылышлы осорҙа биләмәләрҙе үҫтереү, урындағы эшҡыуарҙарға ярҙам итеү һорауҙарына баҫым яһалды.

Күләмле форумда дәүләт -шәхси партнерлыҡты үҫтереү, квалификациялы кадрҙар әҙерләү, яһалма интеллект, мәғлүмәт иҡтисады һәм башҡа мәсьәләләр иғтибар үҙәгендә булды.

Инвестиция форумы йүнселдәр өсөн мөмкинлектәр биләмәһе булып тора. Урал аръяғында йәшәү сифатын яҡшыртыу, махсус иҡтисади зона булдырыу мәсьәләләре буйынса 20-нән ашыу стратегик сессия, шулай уҡ түңәрәк өҫтәлдәр, фекер алышыу һәм килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу майҙансыҡтары ойошторолдо.

Ике көн дауам иткән инвестиция форумы Сибайҙың 70 йыллыҡ юбилейы менән тура килде. Байрам уңайынан урындағы халыҡ һәм ҡунаҡтар өсөн сағыу мәҙәни программа әҙерләнде. Ә инде шәмбе Урал аръяғында тағы ла ҙүр сара көтөлә-Баймаҡ районында Граф күле буйында «Башҡорт аты» фестивале асыла.

Флорида Ким

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ