Кисә Башҡортостан менән сиктәш Ырымбур өлкәһенең көнсығышында ҙур дала янғыны башланған. Ҡыҙыл йылан булып һуҙылған ут көслө ел һәм ҡатмарлы рельеф арҡаһында Ҡыуандыҡ районының Ибраһим һәм Иҙелбай ауылдарына хәүеф менән янай. Социаль селтәрҙәрҙә яҙыуҙарынса, төтөн еҫе Хәйбулла, Баймаҡ, Йылайыр һәм Ейәнсура райондарына ла барып еткән.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн иртән уттың таралыуы туҡтаталған. Ул ваҡытта янғынға дусар булған майҙан 5 мең 700 гектар тәшкил иткән. Әле ауылдарға хәүеф янамай, кешеләр араһында зыян күреүселәр юҡ. Әйткәндәй, Башгидрометүҙәктән хәбәр итеүҙәренсә, 6-8 сентябрҙә Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш райондарында ғәҙәттән тыш янғын хәүефе көтөлә. Халыҡҡа усаҡ яғыуҙан һәм янғын хәүефе янаған эштәрҙән тыйылырға кәңәш ителә. Сүп-сарҙы һәм ҡоро үләнде яндырыу уттың контролдән тыш таралыуына килтереүе ихтимал. Янғын осраҡтары тураһында кисекмәҫтән 112 телефоны буйынса хәбәр итергә кәрәк, тип иҫкәртә республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.



