"Торатау" ЮНЕСКОның глобаль геопаркы статусын алды

  Бөгөн Чилиҙа  ЮНЕСКО советы  ултырышында  белгестәр  бер тауыштан хуплау  белдергән.  Был турала  Радий  Хәбиров  социаль селтәрҙә  хәбәр итә. 

Бөтә  донъя селтәренә  ҡушылыу  тураһында  документтар  2021 йылда  ебәрелде.  2022 йылда  "Торатау"ға  Ирландия  һәм Испания белгестәре  килде.  Уларҙың тәҡдимдәре үтәлде. "Торатау" Башҡортостанда глобаль селтәргә ингән икенсе геопарк.  2020 йылда  ошондай статусты  "Янғантау" алды.

Радий Хәбиров ғалимдарға, геопарк, профилле ведомстволар хеҙмәткәрҙәренә  рәхмәт белдерҙе.

Фото №1 - "Торатау"  ЮНЕСКОның глобаль геопаркы  статусын алды
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ