«Торатау» геопаркы «Юнеско»ның глобаль селтәренә индерелде

Халыҡ-ара комитеттың Чилиҙа үткән ултырышында эксперттар Башҡортостан объекты өсөн берҙәм тауыш бирҙе. Был ҡыуаныслы яңылыҡ менән Республика башлығы Радий Хәбиров бөгөн социаль селтәрҙәрҙә уртаҡлашты. Мәғлүм булыуынса, ғариза 2021 йылда уҡ бирелгәйне. Өс йыл элек «Торатау»ға Ирландия менән Испаниянан эксперттар килеп үҙ баһаһын бирҙе, кәңәш-тәҡдимдәрен еткерҙе.

Белгестәрҙең бар талаптары үтәлде, ошо осорҙа Торатау биләмәһе геотуризм үҙәге кимәленә еткерелде. Шихан башына менеү өсөн экобаҫҡыс эшләнде, Евразия фән-мәғариф үҙәгенең климат йорт-музейы сафҡа индерелде. Быйыл йәй «Көгөш» һәм «Алыҫ Төлкәҫ» геологик киҫелештәре асылды. Геопарк Ишембай, Стәрлетамаҡ, Ғафури райондарында урынлашҡан һәм 3 мең 305 километр квадрат майҙанды биләй. Торатау, Ҡуштау, Йөрәктауҙы үҙ эсенә ала. Хәбәр итеүебеҙсә Торатау «Юнеско»ның глобаль селтәренә ингән икенсе геопарк. 2020 йылда халыҡ-ара кимәлдәге юғары статусҡа «Янғантау» геопаркы эйә булды. Күптән түгел «Шүлгәнташ! мәмерйәһендәге боронғо һүрәттәр донъя мираҫы булып танылды. Радий Хәбиров Башҡортостан объекттарын халыҡ-ара кимәлдә танытыу, һаҡлау буйынса һөҙөмтәле эш алып барған ғалимдар, белгестәр командаһында рәхмәт белдерҙе.

Волна
Акции БСТ