Рәсәйҙең социаль өлкә лидерҙары Өфөлә тәжрибә туплауын дауам итә

«Социаль үҙгәрештәр буйынса кәңәшселәр институты»ның дүртенсе модулендә ҡатнашыусылар Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова менән осрашты.

Ведомство етәксеһе төбәктә социаль өлкә үҫеше, яңылыҡтар менән таныштырҙы. Шулай уҡ студенттар өсөн тележурналист Әлиә Таһирова йәмәғәт киңлегендә социаль үҙгәрештәрҙең роле тураһында практикум уҙғарҙы. Мәғариф программаһына ярашлы, республиканың төрлө социаль учреждениелары эшмәкәрлеге менән таныштырыу маҡсатында экскурсиялар ҙа уҙғарылғайны, уңышлы практикалар өйрәнелә. Башҡортостан - социаль башланғыстарҙы тормошҡа ашырыу буйынса Рәсәйҙә алдынғы төбәктәр иҫәбендә. Әйтәйек, Өфө хосписы - ил кимәлендә тулыһынса хәйриә аҡсаларына төҙөлгән берҙән-бер ошондай учреждение.

Мәғариф программаһы илдең төрлө ҡалаларында ойошторола, уҡыу барышында дәүләт секторы, коммерция булмаған ойошмалар һәм бюджет учреждениелары етәкселәре эш процессын кеше мәнфәғәттәрен иҫәпкә алып һәм бер береһенең көслө яҡтарын ҡулланып үҙгәртергә өйрәнә.

Төрлө һөнәр эйәләре булыуға ҡарамаҫтан, уҡыу аҙағында барыһы ла берләшә, социаль өлкәгә берҙәм ҡарашлы команда туплана. Бөтәһе лә аңлай: яңғыҙ ғына йәшәү сифатын яҡшыртып булмай. Һаулыҡ һаҡлау системаһы булһынмы, социаль яҡлау хеҙмәте, мәҙәниәт министрлығымы - яңғыҙ ғына

Нюта Федермессер «Хәстәрлек төбәге» проекты авторы, «Вера» хоспистарға ярҙам хәйриә фонды директоры
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ