«Фартовый» ҡушаматлы яугир әрмелә 2018 йылдан хеҙмәт итә, 3 йыл элек Рәсәй оборона министрлығы менән контракт төҙөп махсус хәрби операцияға юлланған. Ул осрашыуҙа ҡатнашыусыларға үҙенең хәрби хеҙмәте, яуҙаштары тураһында һөйләне. ирекмәндәргә даими ярҙамы өсөн рәхмәт белдерҙе. «Фартовый» әйтеүенсә, тылдың ярҙамы бик мөһим, маскировка селтәре дрондар һөжүменән һаҡлай, блиндаж шәмдәре һалҡын көндәрҙә окоптарҙы ғына түгел, күңелдәрҙе лә йылыта. Беҙ берҙәмлек менән көслөбөҙ, фронт менән тыл берҙәм булғанда Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ, тине яугир. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар ил именлеге һағында торған ҡаһарман егеткә рәхмәтен белдерҙе, изге теләктәрен еткерҙе.
Иглин районы Ауструм ауылындағы «Берҙәмлектә көс» ирекмәнлек штабы алғы һыҙыҡтағы егеттәргә даими ярҙам итә. Ирекмәндәр маскировка селтәрҙәре лә үрә, йылы ойоҡбаштар ҙа бәйләй, өй ризыҡтары ла әҙерләй. Һуңғы ваҡытта штаб йәш быуында илһөйәрлек тәрбиәләү үҙәгенә лә әйләнгән. Бында махсус хәрби операция яугирҙарының уҡыусылар менән осрашыуҙары үтә, Ватанға тоғролоҡ, илһөйәрлек темаһына әңгәмәләр ойошторола.



