Континенталь хоккей лигаһының 18-се миҙгеле старт алды

Быйыл «Салауат Юлаев» хоккейсылары даими чемпионатты Түбәнге Новгородтың «Торпедо» клубына ҡаршы күсмә уйын менән аса. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер- министры Андрей Назаров социаль селтәрҙә яҙыуынса, күптәр команданың киләсәге өсөн борсола, айырыуса финанс йәһәтенән. Килеп тыуған ҡатмарлыҡтарға ҡарамаҫтан республика етәкселеге хәлде контролдә тота һәм уны хәл итеү өсөн пландар ҙа бар. Паника өсөн сәбәп юҡ - хоккей Башҡортостанда йәшәй һәм йәшәйәсәк, өҫтәүенә, юғары кимәлдә, тип яҙған Андрей Назаров. Ул шулай уҡ миҙгел дауамында көйәрмәндәрҙе сағыу осрашыуҙар көтөүен билдәләгән, шуға ла бергәләп юлаевсылар өсөн янып-көйөргә һәм еңеүгә ышанырға саҡырған.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ