Иртәгә, 7 сентябрҙә Өфө халыҡ-ара марафоны үтә. Унда ҡатнашыусылар баш ҡала хосписында тәрбиәләнеүселәргә аҡса йыйып ярҙам итә ала.
Быйыл ойоштороусылар үҙ рекордын арттырып, стартта 10 меңдән ашыу йүгереүсене йыйырға иҫәп тота. Тәжрибәле атлеттар өсөн тулы һәм ярым марафон, һәүәҫкәр спортсылар өсөн 10, 5 һәм 2 километрға йүгереү ойошторола. Сараға әҙерлек һәм уны үткәреү осоронда Өфөнөң ҡайһы бер үҙәк урамдарында транспорт хәрәкәте сикләнә. Бынан тыш, ябылған урамдарҙа урынлашҡан ихаталарҙан сығыу урындары бикләнә. Ҡала хеҙмәттәре водителдәргә сәфәрҙәрен алдан планлаштырырға һәм транспорт сараларын сикләүҙәрҙе иҫәпкә алып ҡуйырға кәңәш итә.



