Радий Хәбиров «Геосаҡырыу» өсөнсө Халыҡ-ара геология чемпионатын асыу тантанаһында ҡатнашты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Геосаҡырыу» өсөнсө Халыҡ-ара геология чемпионатын асыу тантанаһында ҡатнашты. Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡ менән республика Хөкүмәте тарафынан ойошторолған сара 17 сентябргә тиклем дауам итә. Ярышта ҡатнашыусыларға 12 төр һынау әҙерләнгән, ялан шарттарында ла эшләргә тура киләсәк. Рәсәй төбәктәренән һәм сит илдәрҙән килгән командаларҙың әҙерлеген тәүгеләрҙән булып беҙҙең ижади төркөм дә ҡараны. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина материалында.

«Геосаҡырыу» Халыҡ-ара чемпионаты ҡатнашыусылар парадынан башланды. Сәхнәгә 38 команда вәкиле күтәрелде. Ярыш географияһы йылдан-йыл киңәйә, быйыл Рәсәйҙең ике тиҫәгә яҡын төбәгенән һәм 16 сит илдән командалар йыйылды. Башҡортостан исеменән юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары студенттары сығыш яһай.

Чемпионатта ҡатнашыусылар геологик белем нигеҙҙәре буйынса тест үткәндән һуң, геологик киҫелеш, палеонтология, кристаллография кеүек айырым этаптарҙа ҡатнаша. Шулай уҡ ялан шарттарында да һынауҙар ҡаралған. Әйтәйек, билдәләнгән ваҡытҡа геологик маршрутты үтергә тура киләсәк. Ҡаҙағстан делегацияһы ярышҡа етди әҙерләнеп килеүен билдәләне.

Башҡортостандың «Геосаҡырыу» чемпионатын уҙғарыу майҙансығы булараҡ уникаль урын, тәбиғәт ландшафты буйынса ла ул геологик яҡтан ҡыҙыҡлы. «Юнеско» Бөтә донъя мираҫы статусына эйә булған объекттары-«Янғантау» һәм «Торатау»ы менән дан тота. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, йылдан-йыл чемпонатта ҡатнашыусылар артыуын билдәләне. Сараны асыу тантанаһына Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡ етәкселеге лә саҡырылғайны

Чемпионат геология һөнәрҙәрен популярлаштырып, студенттарҙың һөнәри оҫталығын арттырыуға һәм йәш белгестәр менән эш биреүселәр араһында бәйләнештәрҙе нығытыуға йүнәлтелгән. Белгестәр билдәләүенсә, Халыҡ-ара кимәлдәге ярыштар Башҡортостанды донъяуи кимәлдә танытыу өсөн дә мөһим.

Чемпионаттың судьялар коллегияһында 35 кеше. Ниндәй генә дисциплина булмаһын, бар командалар өсөн дә тигеҙ шарттар, иң көслөләр генә беренселек аласаҡ.

«Геосаҡырыу» чемпионатының төп этаптары Максим Серафимов исемендәге «Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркы менән Учалы районында үтә. Унда ҡатнашыусылар урындағы тәбиғәт ҡомартҡылары менән танышасаҡ, ә инде сара һуңында еңеүселәргә илдең геология тармағындағы алдынғы предприятиеларҙа стажировка үтеү мөмкинлеге бирелә.

Гөлназ Хәйбуллина

Волна
Акции БСТ