Рәсәйҙең 52 төбәге һәм донъяның 38 иле. Быйылғы Өфө марафонының географияһы айырыуса киң булды. Стартҡа 10 меңдән ашыу кеше сыҡты. Был марафон тарихында рекордлы күрһәткес.
Сәләмәт тормош һөйөүселәр 5 дистанцияға, атап әйткәндә, 2 километрҙан 42 километрға тиклем араға йүгерҙе. Иң өлкән ҡатнашыусыға- 87 йәш, иң кесеһенә алты ай ғына ай ине. Был юлы ҡатнашыусыларҙың артыуына яҡшы һауа торошо ла үҙ өлөшөн индерҙе. Йола буйынса марафон маршруты ҡаланың тарихи үҙәге буйлап үтте. Быйылғы марафон «Йондоҙҙар Өфөлә осрашты» девизы менән ойошторолдо. Шуға ла сара билдәле ҡунаҡтарҙы берләштерҙе. Улар араһында танылған футболсы Алексей Смертин да булды. Ул төп дистанцияла ҡатнашып, башҡаларға пейсмейкер, йәғни махсус ялланған атлет сифатында сығышы яһаны.
Спорт һөйөүселәр үҙҙәренә уңайлы дистанция һайланы. Бынан тыш, быйыл тәүге тапҡыр роликтарҙа балалар һәм парлы йүгереү ҙә ойошторолдо. Йола буйынса күп кенә атлеттар дистанцияға Өфө хәйриә фондтарына ярҙам итеү маҡсаты менән сыҡты. Әйткәндәй быйылғы марафонда ир-егеттәрҙән Виталий Дьяконов һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙан Ульяна Шарикова еңеү яуланы.



