Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров төбәккә 13 миллиард ярым һум күләмендә федераль ярҙам бүленеүе тураһында хәбәр итте. Проект өс этапта, 2025-2030 йылдарҙа тормошҡа ашырыласаҡ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, августа Хөкүмәт комиссияһы президиумы 8 миллиард ярым һумлыҡ проекттың беренсе сиратын тормошҡа ашырыуға ғаризаны хупланы.
Артабан республика тағы ла 5 миллиард һумлыҡ ҡаҙна инфраструктура кредитын алыуға икенсе ғаризаны яҡланы. Тәүге ике этапта дөйөм оҙонлоғо 100 километрҙан ашыу булған һыу менән тәьмин итеү селтәрен, таҙа һыу резервуарҙары менән өс станция, 28 километр оҙонлоҡта һыу ағыҙыу селтәре, ике канализация-насос станцияһын төҙөү ҡарала. Шулай уҡ Князев һыу алыу ҡоролмаһын реконструкциялау планлаштырыла. Шулай итеп, 2030 йылға Өфө аръяғында кәмендә 6 миллион квадрат метр күләмдә торлаҡ, социаль һәм коммерция объекттарын төҙөү мөмкинлеге тыуасаҡ.
Радий Хәбиров билдәләүенсә, төбәк властары артабан да урындағы башланғыстарға ярҙам программаһын финанслауҙы дауам итәсәк. Быйыл еңеүсе проекттарҙың дөйөм һаны 734-гә етте. Программала төбәктең бөтә муниципалитеттары ла ҡатнашты. Финанс министры Светлана Малинская әйтеүенсә, тормошҡа ашырылған проекттарҙың күбеһе мәғариф учреждениеларын, юлдарҙы ремонтлау, биләмәләрҙе төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү менән бәйле. Патриотик тематикаға инициативалар арта. Төбәк башлығы ҡушыуы буйынса быйыл проекттарҙы берлектә финанслауға субсидия күләме 700 миллион һумға тиклем арттырылды.




