Өфөлә журналистар яугирҙар өсөн сәксәк бешерҙе

Бөгөн журналистарҙың халыҡ-ара теләктәшлек көнө. Ошо уңайҙан республика Матбуғат йортонда яугирҙар өсөн сәксәк бешереү өмәһе үтте. Эште башлар алдынан журналистарҙы Башҡортостан журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов, «Башҡортостан» нәшриәт йорто директоры Зөлфиә Рәхмәтуллина тәбрикләне. Улар алғы һыҙыҡтағы егеттәребеҙгә әүҙем ярҙам иткән журналистарға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, маҡтау ҡағыҙҙарын тапшырҙы.

Журналистар махсус хәрби операция яугирҙарына даими теләктәшлек күрһәтә, улар алғы һыҙыҡҡа барып яу яланындағы егеттәр тураһында материалдар әҙерләй, шулай уҡ маскировка селтәрҙәре үрә, блиндаж шәмдәре яһай, күңел йылыһын еткергән ризыҡтар әҙерләй. Журналистар берләшеп алғы һыҙыҡтағыларға ярҙам итә, яугирҙар араһында беҙҙең хеҙмәттәштәребеҙ ҙә бар, ти Зөлфиә Мөхтәр ҡыҙы.

Яугирҙарға сәксәк бешереү өмәһендә 20-гә яҡын журналист ҡатнашты, улар араһында телевидение, радио, гәзит-журнал хеҙмәткәрҙәре бар. Был ҡатын-ҡыҙ журналистарҙың бөтәһен дә уртаҡ маҡсат бәйләй-махсус хәрби операциялағы егеттәргә ярҙам итеү, теләктәшлекте белдереү, еңеүҙе яҡынайтыу. Күптәренең туғандары, яҡындары, дуҫтары алғы һыҙыҡта. Фронт менән тыл берҙәм булғанда еңеү мотлаҡ беҙҙең яҡта буласаҡ. Баллы сәксәктәр яугирҙарыбыҙға көс-ҡеүәт өҫтәһен, ти өмәселәр.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ