Ватан һаҡсыларын оҙатыу сараһы бөгөн «Өфө-Арена» алдындағы майҙанда үтте. Көтөп алынған ял минуттарын ир-аттар башлыса ғаиләләренә бүлергә тырышҡан. Көнкүреш мәсьәләләрен хәстәрләгән, республика буйлап сәйәхәт иткән. Бынан тыш, хәрбиҙәр белем усаҡтарында батырлыҡ дәрестәрендә ҡатнашҡан. Яугирҙар фронтҡа Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса бүленгән уңайлы автобустарҙа бара. Яҡташтарыбыҙға юлға кәрәкле әйберҙәр, гуманитар ярҙам тапшырылды, хаттар һәм бүләктәр йыйылды.



